Башҡортостан буйынса баш автоинспектор Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырып, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе һорап тотолған мутлашыусы Динис Зиновҡа суд ҡарары сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мутлашыусы Сочи ҡалаһынан Өфөләге ресторандарҙың береһенә шылтыратып, тиҙ арала телефон номерына аҡса һалыуҙарын һорай. Ғәйепләнеүсе үҙенең ни өсөн Динар Ғилметдиновты һайлауын бер-нисек тә аңлата алманы. Мутлашыусы бөтәһе өс кешене 80 мең һумға яҡын суммаға алдаған. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Совет районы суды Динис Зиновты өс йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығарҙы. Уның бер ҡайҙа ла эшләмәүе һәм ике балаһы булыуы билдәле.
Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырыусыны иркенән мәхрүм иттеләр
Тулыраҡ: Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырыусыны иркенән мәхрүм иттеләр