Хәбәрһеҙ юғалыусылар бар. Халыҡты ҙур һыуҙан ҡотҡарыу өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре йәлеп ителде. Был биҫтәлә үткән күнекмә сценарийы. Яҙғы ташҡын ваҡытында бәләгә тарығандарға тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн күнекмәләр йыл да үтә. Өфөлә быйыл оло һыуға әҙерлек сиктәрендә 23 штаб, 11 күҙәтеү посты ойошторолған. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә яҙғы ташҡын йыл һайын тиерлек хәүеф менән янай. Һыу ятҡылығына яҡын йәшәүселәр әленән үк үҙенең һәм мөлкәтенең именлеге хаҡында хәстәрлек күрә. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ташҡын Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә артыҡ ҡурҡыныс тыуҙырмаясаҡ. Яҙғы ташҡын ваҡытында күптәр кинәт ҡурҡыу тойғоһона бирелә. Бәләгә осраған саҡта үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтеү-ҡотҡарыусылар бурысы. Улар Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡыған студенттарҙы ваҡытлыса пункттарға оҙатып, әҙерлек сараһын үтте. Өфөнөң 35-се белем биреү мәктәбе 2014-се йылдан алып ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәге булып тора. Учреждениеға бөтәһе 50 кеше һыя. Әлегә 12 урын әҙер. Бүлмәләр йоҡлау урыны, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, телевизор менән тәьмин ителгән. Өҫтәүенә ата-әсәләрҙең сабыйҙары өсөн айырым урын бар. Бәләгә тарыусылар өсөн медицина бүлмәһе лә ҡаралған. Үҙен насар тойған кешенең шунда уҡ ҡан баҫымы тикшерелә, кәрәкле дарыуҙар бирелә. Ғөмүмән, бында кешегә тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары баш ҡаланың һәр бер районында үтәсәк. Белгестәр тәбиғәттең көйөһөҙлөгөнә әҙер булырға саҡыра.
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһе тулыһынса һыу аҫтында ҡалды
Тулыраҡ: Өфөнөң Нижегородка биҫтәһе тулыһынса һыу аҫтында ҡалды