Башҡортостандың хәрби комиссариаты йыл да юғары уңыштарға ирешә

Тулыраҡ: Башҡортостандың хәрби комиссариаты йыл да юғары уңыштарға ирешә

Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Мария Большакова Республиканың хәрби хеҙмәткә йыйылыу пункты эшмәкәрлеге менән танышты. Рәсәйҙең Хәрби-гражданлыҡ мөнәсәбәттәре буйынса даими комиссия рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостандың хәрби комиссариаты йыл да юғары уңыштарға ирешә. Илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса беренсе урынды яуалауы быға асыҡ дәлил, тине Мария Большакова. Сара барышында ул шулай уҡ хәрби ветерандар советы ағзалары менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды.