Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һыуҙа батыусы мигранттарҙы ҡотҡарыусы булмаясаҡ. Евросоюз “София” тип аталған хәрби-диңгеҙ операцияһын туҡтата. Ул 2015 йылда Ливияла миграция көрсөгө мәлендә ҡасаҡтарҙы ҡотҡарыу һәм яр буйын һаҡлау маҡсаты менән ойошторолғайны. Хәрби-һауа көстәре тағы ла ярты йыл Урта диңгеҙҙәге хәлде һауанан күҙәтеп торасаҡ, әммә һәләкәткә осраған караптарға һәм батыусы кешеләргә ярҙамға килә алмаясаҡ.

“Идаи” циклоны артынан Мозамбикка ваба ауырыуы килгән. Әлегә 5 осраҡ теркәлгән. Гуманитар көрсөк һәм тейешенсә дауа булмағанда ваба бер-нисә сәғәт эсендә үлемгә килетереүе ихтимал. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы циклондан зыян күргән райондарға был сиргә ҡаршы 900 мең доза вакцина ебәргән. Быға тиклем властар төрлө йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуы тураһында алдан иҫкәрткәйне.

Аргентинала боронғо айыу һөйәктәрен тапҡандар. Палеонтологтар минералдар эҙләгәндә был табышҡа юлыға. Арктотерий тип аталған хайуан төрө яҡынса 700 мең йыл элек йәшәгән. Ул аҡ айыуҙан ике тапҡырға ҙурыраҡ, ауырлығы 800 килограммға тиклем барып еткән. Ташҡа әүерелгән хайуан ҡалдыҡтары яҡшы һаҡланған. Уникаль экспонаттар менән Аргентиналағы музейҙа танышырға мөмкин.