Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында 242 кеше социаль хеҙмәт менән тәъмин ителә. Ярҙамға мохтаж кешеләргә бында тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бар. Уларҙың көнкүреше менән Каринэ Хәбирова танышты. Баймаҡ районында тыуып үҫкән Нәзимә Юлыева ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Бәйләм бәйләүҙең файҙаһы ҙур, ти 20 йылдан ашыу Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүсе. Бында уның бар тормошо, дуҫ-иштәре, хәләл ефетен дә ошонда таба. Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында 242 кеше йәшәй. Һәр береһенең үҙ яҙмышы. Илвира менән Зөләйха яҡын әхирәттәр, бер-береһен балалар йортонан беләләр һәм әле лә бер бүлмәлә йәшәйҙәр. Бүлмәләр бөхтә, үҙ теләктәре буйынса йыйыштырылған. Өлкән инәйҙәр үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, йәшәгән урындарын күрһәтергә ашыҡты. Интернатта йәшәүселәрҙең тормошо менән Каринэ Хәбирова танышты һәм һәр-береһенә иғтибар бүлеп, яҡындан аралашты. Иваново ҡалаһында ғүмер буйы туҡыусы булып эшләгән Эмма Петрова ҡустыһынан алданып, фатирһыҙ тороп ҡала. Ҡарттар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн төрлө социаль хеҙмәттәр ҙә тәҡдим ителә. Уларҙы тәүлек әйләнәһенә медицина белгестәре күҙәтә. Иң мөһиме дауаланыуға теләк кенә булһын, ти белгестәр. 88 йәшлек уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рафаэль Сабиров та ҡарттар йортонда йәшәүҙе хуп күрә. Бында беҙҙең өсөн бар шарттар тыуҙырылған, тип билдәләй ул. Рафаэль Сабиров ваҡытын бушҡа уҙғармай, ғилми мәҡәләләр яҙа. Интернатта коляскаларҙы төҙәтеү оҫтаханаһы ла бар. Фажиғәгә осрап, ике аяҡһыҙ тороп ҡалған Алексей Дашкин ремонт эштәрен алып бара. Каринэ Хәбирова Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 99 йәшлек Илья Ковельзон менән дә яҡындан танышты. Тамаша залында, коридорҙа Константин Юриндың картиналары урын алған. Был рәсемдәрҙә тәбиғәт, ҡатын-ҡыҙҙар һәм билдәле шәхестәр образы һүрәтләнгән. Рәссам картиналарын һатмай, тик яҡын дуҫтарға ғына бүләк итә. Иң сағыу натюрмортын Каринэ Хәбироваға тапшырҙы. Константин Юрин бәләкәй сағынан һүрәт төшөрә. Һәр эшенә ул бөтә күңелен һалып башҡара. Каринэ Хәбирова ла йортта тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшырҙы, барыһына ла уңыштар теләне. Ә уңыш һәр кем өсөн юлдаш, сөнки интернатта йәшәүселәр әүҙем тормош алып бара. Ҡала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Ысынлап та, ярҙамға мохтаж кешеләр бында тулы тормош менән йәшәй. Өҫтәүенә, ҡарттар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр медицина, хоҡуҡи һәм көнкүреш хеҙмәттәр менән тулыһынса тәьмин ителә.
Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәрҙең тормошо менән Каринэ Хәбирова танышты
Тулыраҡ: Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәрҙең тормошо менән Каринэ Хәбирова танышты