Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йома һәм шәмбе көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Алдағы ял көндәрендә Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡариҙел, Дыуан, Асҡын райондары һәм Сибай аша үтеүсе трассалар айырым күҙәтеүгә алына. Инспекторҙар иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлаясаҡ. Уҙған аҙнала үткән ошондай махсус операция барышында автомобиль менән эскән килеш идара иткән 160 кеше тотолған.
ЮХХДИ көсәйтелгән эш режимына күсә
Тулыраҡ: ЮХХДИ көсәйтелгән эш режимына күсә