Өфөләге йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙе торлаҡ өсөн хаҡтарҙың ҡапыл артыуы ғәжәпләндерә. Ғәҙеллекме, ҡағиҙәме, аңлашылмаусанлыҡмы? Торлаҡ хужалары һәм идарасы компания вәкилдәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ошо хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышты. Революция урамындағы 66-сы йортта йәшәүселәр июнь айы квитанцияларына ярашлы, йылылыҡ өсөн саманан тыш хаҡ түләргә мәжбүр. Намыҫлы, законды теүәл үтәүсе булараҡ, фатир хужаларының ҡулланыусыларҙан мәнфәғәттәрен яҡлауҙы талап итергә хоҡуғы бар. Граждандарға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре Рәсәй торлаҡ кодексында теркәлгән, хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеүҙәргә ҡағылышлы ҡағиҙәләр хөкүмәт ҡарарҙарында раҫланған.Йорт комитеты рәйесе Андрей Калёнов килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индереү теләге менән идара итеүсе ойошмаға ла, дәүләт торлаҡ инспекцияһына ла мөрәжәғәт иткән. Әммә һис кем аныҡ яуап бирмәй, тип белдерә ул. Фатир хужалары йорттоң подвалында һәм беренсе ҡатында урынлашҡан коммерция ойошмалары сарыф иткән йылы өсөн түләү беҙҙең иңгә төшә, тигән һығымта яһай.Фатир хужалары йыйынына саҡырылған идара итеүсе ойошма вәкиле был осраҡта ғәйеплеләрҙе эҙләмәҫкә тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, хаҡтар ғәҙел, иҫәпләүҙәр ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарылған. Йорт буйынса сарыф ителгән дөйөм йылылыҡ күләмен иҫәпләүсе прибор ҡуйылған осраҡта йәнә ниндәйҙер норматив талап ителгәне халыҡҡа аңлашылманы. Дәүләт торлаҡ инспекцияһы фатир хужаларының ялыуына яуап итеп идара итеүсе ойошманан бынан ике йыл элек йыйылған түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарауҙы талап иткән. Йортта йәшәүселәрҙең квитанцияларында ғәҙәттәгенән артыҡ һандар тап ошо тикшереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Идара итеүсе компания йылы файҙаланыусыларҙан хаҡты алып йылытыусы ойошмаға түләй. Тик был ике һан бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Был осраҡта бар ышаныс иҫәпләүсе приборға ҡала. Бына ул прибор.Тик бындай приборҙар подвалда икәү булып сыҡты. Яңыһы ошо көндәрҙә генә урынлаштырылған. Фәғил Сәлимйәнов белдереүенсә, иҫке приборҙың сентябрҙә файҙаланыу ваҡыты тамамлана. Эңер төшкәнсе һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, фатир хужалары менән идара итеүсе ойошма вәкилдәре уртаҡ фекергә килмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йорт комитеты иһә дөрөҫлөктө талап итеп судҡа мөрәжәғәт итә ала.
Ҡышҡы йылы өсөн йәйен түләү
Тулыраҡ: Ҡышҡы йылы өсөн йәйен түләү