Башҡортостандың йылылыҡ бүлеү селтәре йәмғиәте Өфөләге айырым торлаҡ хужалыҡтарын тикшереүҙе һорап прокуратураға мөрәжәғәт итте. Уларҙың йәмғиәткә йөҙҙәрсә миллион бурысы бар. Әле идарасы 23 компанияның эшмәкәрлеге тикшерелә. Полиция һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн граждандар түләгән аҡсаны идарасы ойошмаларҙың нимәгә сарыф иткәнен асыҡлай. 1-се июлгә юридик һәм фиик шәхестәрҙең Башҡортостандың йылылыҡ бүлеү селтәре йәмғиәтенә бурысы 5 миллиард һумдан ашып киткән. Бурыстың байтаҡ өлөшө идарасы компанияларға һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә тура килә.
Бурыстар арта
Тулыраҡ: Бурыстар арта