Республикала яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр

Тулыраҡ: Республикала яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр

Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 659 пункт 160 мең кешене ҡабул итерҙә әҙер. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәр алдан иҫкәртеләсәк. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латыпов әйтеүенсә, республикала 12 мең кеше һәм 3 мең берәмек техника тулы әҙерлеккә килтерелгән. Яҙғы ташҡын ваҡытында бәләгә тарығандарға тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн ҡотҡарыусы көстәр әҙерлек саралары үтә. Өфөлә быйыл оло һыуға көрәш буйынса бөтәһе 23 штаб, 11 күҙәтеү посты ойошторолған.Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә яҙғы ташҡын йыл һайын тиерлек хәүеф менән янай. Һыу ятҡылығына яҡын йәшәүселәр әленән үк үҙенең һәм мөлкәтенең именлеге хаҡында хәстәрлек күрә. Белгестәр билдәләүенсә, алдағы көндәрҙә һауа торошо яҡшы булһа, ташҡын Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә артыҡ ҡурҡыныс тыуҙырмаясаҡ.Яҙғы ташҡын ваҡытында күптәр кинәт ҡурҡыу тойғоһона бирелә. Бәләгә осраған саҡта үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтеү-ҡотҡарыусылар мәсьәләһе. Улар Өфө дәүләт авиация университетында уҡыған студенттарҙы ваҡытлыса пункттарға оҙатып, әҙерлек сараһын үтте.Өфө ҡалаһы ҡала округының 35-се белем биреү мәктәбе 2014-се йылдан алып ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәге булып тора. Учреждениеға бөтәһе 50 кеше һыя. Әлегә 12 урын әҙер.Бүлмәләр йоҡлау урыны, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, телевизор менән тәьмин ителгән. Өҫтәүенә ата-әсәләрҙең сабыйҙары өсөн айырым уйнау урыны булдырылған.