Был башланғыс менән Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Беренсе Урман форумында сығыш яһағайны. “Йәшел Башҡортостан” тип аталған сараның маҡсаты ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы йәшелләндереү.“Йәшел Башҡортостан” программаһы урмандарҙы тергеҙеүҙе лә үҙ эсенә ала. 20 апрелдән башлап урман фонды һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә ағас сәсеү башлана. Ауыл-ҡалаларҙа ағас ултыртыу акцияһы экологик өмәләр менән берлектә алып барыласаҡ. “Йәшел Башҡортостан” хештегы аҫтында интернетҡа ҡуйылған фотолар буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланасаҡ.
Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала
Тулыраҡ: Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала