Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында «Бөйөк Урал юлы» туристик проектының исем туйы үтте. Үҙенсәлекле проект Рәсәйҙең алты субъектында федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен берләштерә һәм туристар өсөн яңы – өйрәнелмәгән Уралды аса. 5 мең ярым саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы маршрут көньяҡтан Урал алдының ҡалҡыу тигеҙ ерҙәре буйлап Ырымбур далаларынан төньяҡта Төньяҡ Боҙло океан ярҙарына тиклем һуҙыла. «Бөйөк Урал юлы» һуҡмағы буйлап үтеп, туристар Урал тәбиғәтенең иң матур урындарын күрә, боронғо тауҙар түбәләренә үрләй, тәүтормош кешеләре йәшәгән мәмерйәләрҙә була, ҡырағай аттар менән фото төшә, ысын башҡорт балынан ауыҙ итә, шулай уҡ бында йәшәүсе халыҡтарҙың көнкүреше менән яҡындан таныша ала. Был маршрутҡа илдә айырыуса һаҡланған 14 биләмә инә. Шуларҙың 7-һе ЮНЕСКО-ның биосфера резерваты составында.
Бөйөк Урал юлы
Тулыраҡ: Бөйөк Урал юлы