Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Евротуннель аша мигранттар Франциянан Бөйөк Британияға күсенә. Француз полицияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, поез, машина аҫтында ҡалып һәләк булыусылар бар. Кале ҡалаһы янында кәм тигәндә 5 мең кеше туннель аша Лондонға сығырға йыйына. Франция һәм Бөйөк Британия полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелгән.

Бөгөн Донецк һәм Луганск өлкәләрендә йәшәүселәргә гуманитар ярҙам тейәлгән сираттағы автоколонна юлға сыҡты. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 100 автомобиль ике республикаға 1 мең тонна консерва, ярма, макарон ризыҡтары, он, сәй, май һәм медикаменттар, уҡыу әсбаптарын алып барасаҡ.

Украинанан күсеп китергә теләүселәр көндән-көн арта. Социологик тикшереүҙәр йомғаҡтарына ҡарағанда, ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең 61 проценты сит илгә күсергә ниәтләй. Уларҙың күбеһе-20 проценты Киевтан. Социологик тикшереүҙә 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге 1 мең кеше ҡатнашҡан.

Быуат аҙағына ер шарында халыҡ 11 миллиард 200 миллиондан артасаҡ. Ошо турала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының демографияға арналған хисабында әйтелә. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, 2022-се йылда Һиндостан халыҡ һаны буйынса Ҡытайҙы үтеп китәсәк. 2050-се йылға 60 йәштәр өлкәнерәктәр ике тапҡырға артасаҡ.