Башҡортостанда апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә. Ваҡытлыса сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, хайуандар ташыған, ҡотҡарыусылар, юл хеҙмәттәре, ауыл хужалығы техникаһына ҡағылмай. Ауыр йөк машиналары өсөн шулай уҡ 1 июндән 31 авгусҡаса асфальт юлдарҙа хәрәкәт сикләнә. Һауа температураһы 32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк машиналары киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем генә йөрөй ала.
Ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә
Тулыраҡ: Ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә