Улар йыйған аҡсаларын үҙ ҡулдары менән ҡулланыусылар кооперативына алып барып тапшырған. Бер тәүлектә был ойошманың барлыҡ офистары ла ябылды. Халыҡ инде сираттағы тапҡыр аҡсаны нисек кире ҡайтарырға тигән һорау бирә. Етенсе тиҫтәһен ваҡлап барыусы Әлфира ханым тормош иптәше вафат булғас, балаларына яҡыныраҡ булһын тип, ҡалаға күсергә ҡарар итә. Фатир алыу өсөн йыйған пенсия аҡсаһын 13 процентҡа арттырыу ниәте менән „ИНВЕСТСОЦВКЛАД„ кооперативына һала.Шикле финанс ойошмаһы республиканың төрлө район-ҡалаларында үҙенең бүлектәрен асып өлөгөрә. Элек бер өҙлөкһөҙ эшләгән был кооперативтың әле килеп бөлгөнлөккә төшөүе халыҡты аптырашта ҡалдырған. Сыңғыҙовтар ғаиләһенән өс кеше был финанс пирамидаһынан зыян күрә. Бер миллион һумға яҡын аҡсанан баш ҡаға улар. Алдан белгән булһам был йүләрлеккә юл ҡуймаҫ инем, ҡатынымдың һәм ҡәйнәмдең тоҙаҡҡа эләгеүен һуңлап ҡына белеп ҡалдым шул, ти ир. Алданыусылар әйтеүенсә, улар ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамай. Шикле финанс ойошмаһына бөтә Башҡортостан буйынса меңдән ашыу кеше аҡса һалып алданған. Күреүегеҙсә, уларҙың күбеһе хаҡлы ялдағылар. Хәҙер иһә зыян күреүселәр ҡайҙа барырға һәм кемдән ярҙам һорарға ла белмәй...Киров районы прокуратураһы, әлбиттә, халыҡ яғына баҫҡан. Мутлашыусыларҙы асыҡлау буйынса тикшереү башланған. Бөтә аҡсаны эшләп бөтөү мөмкин түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр, кеҫә ҡалынайтыу маҡсатында шикле пирамидаларға эләгә. Бындай тоҙаҡ ҡорбаны булмау өсөн халыҡҡа тәү сиратта юристар менән кәңәшләшеү кәрәк, ти белгестәр.