Өфөлә беренсе-бишенсе класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә

Тулыраҡ: Өфөлә беренсе-бишенсе класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә

Мәктәптә белем биреүгә арналған тәүге форумда сығыш яһағанда биш көндөк уҡыуға күсергә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Бынан һуң балалар улар ял көндәрен ата-әсәһе янында үткәрә ала. Биш көнлөк уҡыуға күсеүҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡтары үҙгәрмәйәсәк. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике сменала эшләгән мәктәптәр ҙә күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәр 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла һәм уҡыу киске сәғәт 7-лә тамамлана