Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре 2 йәштән төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре менән таныша. Балалар баҡсаһы 2016 йылдан “оҫталар ҡалаһы” проекты буйынса эшләй. Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһына ингәс тә ошондай эмблема элеүле тора. Бында оҫталар ҡалаһының схемаһы күрһәтелгән. Төркөмдәрҙең ҡайҙа урынлашҡанын табырға мөмкин. Был порт урамы, ижад урамы... Ә бына балалар баҡсаһында һәр баҫҡыс – ул тыҡырыҡ, мәҫәлән беҙ инженер тыҡрығынан өҫкө ҡатҡа менәбеҙ.Йүнәлеш буйынса балалар баҡсаһының 4-се төркөмөнә юлланабыҙ. Бында бәләкәй нефтселәр ҡаласығы. 6 йәшлек Родион нефть сығарыу, эшкәртеү, уның ҡулланылышы хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт менән таныш. Ҡыҙҙар иһә ашханала мәшғүл. Ашнаҡсылар нефтселәргә төшкө аш әҙерләй. Бөҙрәханала үҙҙәрен тәртипкә килтерә. Әлбиттә, һәр ҙур ойошмалағы кеүек медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Балалар баҡсаһында төҙөүселәр төркөмө ҙур йорттар һала, архитекторҙар проекттар өҫтөндә эшләй. Төҙөү эштәре барған биләмәлә иң мөһиме хәүефһеҙлек икәнен дә беләләр. Һәр береһенең махсус костюмы, баштарында каска. Ә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өҫтәндә тағы ла яуаплы бурыс. Улар спорт залында әҙерлек үтә. Канат аша һикерһендәрме, баҫҡыс буйлап үрләһендәрме — бар күнекмәләрҙе етеҙ һәм ваҡытында башҡарырға тейештәр.Башҡорт төркөмөндә иһә әкиәт бәйгеһенә әҙерлек бара. Бөгөн улар әкиәттәр илендә. Башҡорт костюмдарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәләр. Кескәйҙәр төркөмө сабыйҙары поезға ултырып ауылға юлланды. Ауыл хужалығы менән танышты, кемдер мал ҡараны, ҡайһы берҙәре уңыш йыйып алды.48-се балалар баҡсаһы ни бары 5 йыл эшләй. 2 йәштән төрлө һөнәрҙәрҙе өйрәнеү проектын ата-әсәләр ҙә хуплай. Үҙҙәре эштә ваҡытта кескәйҙәре өсөн тулыһынса улар тыныс. Һәр ҡаласыҡтың үҙенсәлеге шунда – уны күсереп йөрөтөргә мөмкин. Бер төркөм балалары уйындан арыһа, уны башҡа төркөм менән алмаштыралар. Балалапр баҡсаһында өҫтәмә түңәрәктәр заман талаптарына яраҡлаштырылған. Балалар робототехника түңәрәгендә компьютер менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә, техниканың тәғәйенләнеше аңлатыла. Балалар шулай уҡ һөнәрҙәрҙе әкиәт формаһында өйрәнә. Аҙна һайын күләгә театрында бер һөнәр үҙләштерәләр.48 балалар баҡсаһында 9 төркөмдә 200-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Педагогтар белдереүенсә, бала бәләкәйҙән һөнәр һайлай белергә тейеш. Киләсәктә мәктәпте тамамлағандан һуң ҡайҙа белем алырға һәм ниндәй һөнәр үҙләштерергә тигән икеләнеүҙәр тыумаясаҡ.
Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау
Тулыраҡ: Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау