Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла

Унда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн спортсылар әҙерләнәсәк. Әле велосипед спорты буйынса ил командаһының төп өлөшөн республиканан сыҡҡан вәкилдәр биләй. Беҙҙә 20 йылдан ашыу был спортҡа ҙур иғтибар бүленеп килде. Сөнки, Башҡортостанда бөтә шарттар тыуҙырылған. Ошо турала республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең велосипед спорты федерацияһы Президенты менән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Үҙәк Благовар районы Яныш ауылында урынлашасаҡ, тип күҙаллана.