2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша

Тулыраҡ: 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша

Был хаҡта Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко бишенсе Халыҡ-ара гуманитар Ливадия форумын ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.Валентина Матвиенко әйтеүенсә, бындай саралар мәҙәниәтебеҙҙең байлығын бөтә донъяға күрһәтеүҙән тыш, сит илдәрҙән күберәк фекерҙәштәр йәлеп итергә лә мөмкинлек бирә. 2020 йылда Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың июнендә ҡул ҡуйғайны. Дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған сара кешелектең мәҙәни мираҫының күп төрлө булыуын күрһәтеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Ошондай тәүге фестиваль 1996 йылда Нидерландттарҙа үтте, һуңынан фольклориаданы Япония, Венгрия, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Мексика ҡабул итте.