Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы

Тулыраҡ: Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы

Татар Нур театры актерҙары Нәҡи Иҫәнбәт пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы. Ғәҙәттә театр коллективтары тәүге тапҡыр спектаклде буш залға уйнай. Ә һижрәт спектаклен тамашасылар ҙа килеп күрҙе. 20-се быуат башында Рәсәйҙә барған ваҡиғаларҙы сағылдыра ул. Ныҡ бай йәшәгән төп герой – Ғәйнетдинды алда күп һынауҙар көтә. Ҡыҙылдарҙың язаһынан ҡасып, ул бөтә байлығын, ҡатындарын, балаларын, дуҫтарын юғалта. Нәҡи Иҫәнбәт был әҫәрендә мулла образынан көлөп яҙа. Ә режиссер ул осор ваҡиғаларына ҡарата бөтөнләй башҡа мәғәнә һалған. Драма геройҙарының яҙмышын күҙәтеүгә бер нимә лә ҡамасауламаһын өсөн декорациялар ҙа бик ябай. Сәхнә тулыһынса аҡ туҡыма менән ҡапланған. Бының өсөн театр оҫталары 500 квадрат метрҙан ашыу туҡыма ҡулланған