Башҡортостандың почет грамоталарын, республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе, фән эшмәкәре, артисы, энергетигы һәм башҡа бик күп маҡтаулы исемдәр үҙҙәренең эйәләрен тапты. Уларҙы тәбрикләү тантанаһында беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Көндәрен техника янында үткәреүсе тракторсы, эштәрҙе оҫта ойоштороусы етәксе, аң-белем иленә әйҙәүсе уҡытыусы, кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн көнөн-төнөн биреүсе табип… һанай китһәң, һәр һөнәр эйәһе тураһында бик күп маҡтау һәм һоҡланыу һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Һәр кеменең эше мөһим, кәрәкле һәм маҡтауға лайыҡ. Бөгөн бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе тәжрибәле белгес. Хеҙмәт юлында абруй ҡаҙанған, үҙенең өлгөһөндә тағы ла бихисап йәш белгестәрҙе тәрбиәләп, киләсәккә алмаш әҙерләр кешеләр улар.Төбәк башлығы хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов һәр кемгә оло хөрмәт менән бғары наградалар тапшырҙы. Уларҙың араһында Наҡил Мәжит улы ла бар. Уның эш көнө ер аҫтында үтә. Рәшәт Фазлыәхмәтовта ике һөнәр табышҡан. Чечняла алты йыл хеҙмәт иткән старшина бөгөндән башлап Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.Эйе, тик тырыштар ғына үҙ юлын таба һәм уңыштарға өлгәшә ала. Тик залда ултырыусыларҙың береһе лә исем алыу, маҡталыу өсөн хеҙмәт итмәгән.Осрашыу һуңында Сергей Молчанов төбәк башлығы исеменән, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп, киләсәктә лә шулай ең һыҙғанып эшләргә, башҡаларға өлгө булырға саҡырҙы.
Өфөлә бөгөн хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде
Тулыраҡ: Өфөлә бөгөн хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде