Бушлай эфир ваҡыты бүленде

Тулыраҡ: Бушлай эфир ваҡыты бүленде

Бөгөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында 2015 йылдың 13 сентябрендә үтәсәк 15-се Күмертау округынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәлмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар араһында бушлай эфир ваҡытына йәрәбә һалынды. Йәрәбәлә ҡатнашыусылар агитация алып барыу өсөн «Рәсәй-Башҡортостан», “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Рәсәй Радиоһы”, “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында бушлай эфир ваҡытын бүлеште. Кандидаттар агитацияны һайлауға тиклем 28 көн алдан, тимәк 15 августан башларға тейеш.