Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров кадрҙар составындағы үҙгәрештәрҙе атап үтте. Ишембай, Асҡын һәм Көйөргәҙелә район советтары яңы башлыҡтарҙы раҫланы. Улар Азамат Абдрахманов, Ришат Дихин һәм Юлай Ильясов. Республикала ташҡынға бәйле оператив хәлде баһалағандан һуң, 3 апрелдән оло һыуҙы ҡаршылауға юғары әҙерлек режимын индерергә ҡарар ителде. Айырым иғтибарға юлдар торошо ла мохтаж. Башҡортостан 2018 йылда авариялар арҡаһында үлем осраҡтары буйынса 4-се урынға еткән. Кеше һаны буйынса беҙ 7 урында булыуҙы иҫәпкә алғанда был бик шомло сигнал, тине Радий Хәбиров. Республикала авариялар күп булыуының төрлө сәбәптәре аталды, шул иҫәптән район үҙәктәре һәм ҡалаларҙа йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булмауы, сөнки күңелһеҙ статистикала икенсе урында тап йәйәүлеләр тора. Юл тамғаларының етешмәүе, ә әле республикала 25 мең махсус тамға урынлаштырыу талап ителә, үлемгә килтергән аварияға сәбәпсе булыуы ихтимал. Был мәсьәлә әле нисек тә хәл ителә, Башкиравтодор ойошмаһында уларҙы етештереү яйға һалына, ә бына юлға билдә һыҙыуҙа ҡараштар ҙа, фекерҙәр ҙә төрлө. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов республикала уларҙы бөтөнләй юҡ кимәленә төшөрҙө. Юл хужалығы өсөн яуаплы Тимур Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, быйыл республика юлдары тулыһынса яңы технология буйынса һыҙыласаҡ. Яҙғы юлдарҙы ремонтлау эшен ойоштороу менән дә Радий Хәбиров ҡәнәғәт ҡалманы. 1 апрелдән республикала махсус мобиль ҡушымта эшләй башларға тейеш ине. Уның ярҙамында һәр кем юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәрә, ә яуаплы ойошма тиҙ арала ямай. Мобиль ҡушымта бар, тик уны урынына еткереп эшләргә кәрәк. Сөнки геолокация эшләмәй, йәғни, соҡорҙоң ҡайһы урында икәнен билдәләү ҡатмарлаша, шулай уҡ файҙаланыуҙа ла ҡамарлы, тип иҫәпләй уны һынап ҡарағандар.Инвестиция сәғәттәре эшҡыуар сәғәте тип үҙгәртелә. Барлыҡ райондарҙа һәр кесаҙна ойошторолған сара формаль йыйылыш урыны түгел, бында йүнселдәр тәҡдим менән килә, проблемаларын хәл итә. Улар менән партнерҙарса ҡарашта эште башларға кәрәк ,тине республика етәксеһе.Өфө ҡалаһы миҫалында республикала һөт кухнялары тергеҙеләсәк. Совет осоронда булған был тәжрибә балалар сәләмәтлегенә ҙур йоғонто яһай. Икенсенән бөтә продукция үҙебеҙҙәге һөттән эшләнәсәк. Бының өсөн бер нисә ҡалала фабрикалар төҙөләсәк, ә Стәрлетамаҡта ул июлдә сафҡа инәсәк. Тиҙҙән яҡын тирәләге район-ҡалаларҙа йәшәүселәр һөт кухняһы проодукцияһынан файҙалана аласаҡ, 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн ул бушлай таратыла.Хөкүмәттәге кәңәшмәлә яҙғы баҫыу эштәрнә әҙерлек көн тәртибенә сығарылған төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Республика хужалыҡтарына сәсеү 11 миллиард һумға төшәсәк. Шуның 4 миллиард 100 миллион һумы бюджеттан субсидия рәүешендә бирелә. Быйыл кооперативтар экспортҡа сығарыла торған культуралар майҙанын 9 процентҡа арттырырға ниәтләй.
Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә
Тулыраҡ: Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә