Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә

Тулыраҡ: Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә

Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙарына быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә.Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса алдынғылар рәтендә. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45 процентҡа етә. Йылҡыларҙың күбеһе — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121 мең ат иҫәпләнгән, алдағы ике йылда йылҡы иҫәбен меңгә арттырыу бурысы ҡуйылған.