Шоумен еңеү яуланы. Украинала президент һайлауында халыҡтың күңелен асыусы Владимир Зеленский 30 процент, быға тиклем илгә етәкселек иткән Петр Порошенко ни бары 18 процент тауыш йыя алды. Шулай итеп, был кандидаттар президенот һайлауының икенсе турына сыға.
Америка “Төнъяҡ ағым-2” газ үткәргесен төҙөүгә ҡаршылашыуын дауам итә. Европаның биш энергетика компанияһы ҡатнашҡан был проектҡа ҡаршы Ҡушма Штаттарҙың вәкилдәр палатаһы закон проекты ҡабул итте. Европа дәүләттәре океан артынан йоҙроҡ күрһәтеүҙән ҡурҡмай. Проектты ғәмәлгә ашырыу 2019 йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Рәсәйҙең “Рус витяздары” осоусылар төркөмө Маоайзияла Лима-2019 авиасалонында сығыш яһап тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. СУ-30См самолеттарының мөмкинлектәре унда бик юғары баһаланған.
Федераль именлек хеҙмәте урман сәнәғәте тармағында мутлашыуҙар буйынса асылған енәйәт эше сиктәрендә Хабаровский крайы хакимиәтендә тентеү үткәрҙе. Алыҫ Көнсығыштағы элекке тулы хоҡуҡлы вәкил, Хабаровский крайының элекке губернаторы Виктор Ишаевтың ҙур күләмдә мутлашыуы тикшерелә.
Аргентинала палеонтологтар бынан 700 мең йыл элек йәшәгән айыуҙың һөйәктәренә юлыҡҡан. Улар боҙолмайынса беҙҙең көндәргә тиклем бик яҡшы һаҡланған. Һөйәктәр урындағы музейға тапшырылған.