Ошо көндәрҙә Башҡортостан, ә атап әйткәндә Салауат ҡалаһы бөтә илдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Республика хөкүмәте “Генус” компанияһы менән Салауат балалар йорто буйынса концессион килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар сығарҙы. Кисә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Рәсәй” медиаүҙәгендә ошо һорау буйынса Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һәм Генус компанияһы вәкилдәре ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Яҡтар журналистарҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Әле хөкүмәт алдында учреждениеның эшмәкәрлегенә зыян килтермәй, дәүләт ҡарамағына күсереү маҡсаты тора. Ошо йәһәттән, Ленара Иванова эш сәфәре менән Салауатҡа барып, медицина хеҙмәткәрҙәре менән урында аралашы. Салауат ҡалаһындағы балалар табыу йортоноң бер бүлмәһендә йәш әсә яңы ғына ауаз һалған сабыйын бәүелтә. Ә күрше биналағы икенсе бүлмәлә ошо балаға донъяға килергә ярҙам иткән табиптарҙың һәм ғөмүмән, ҡалалағы берҙән-бер балалар табыу йортоноң яҙмышы хәл ителә. Әлбиттә, был залда йыйылғандарҙың барыһы ла яҡшы киләсәккә өмөт итә. Был теләктәрен улар Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға еткерергә тырышты. Тап ул учреждениеның яҙмышы буйынса ҡарарҙы хеҙмәткәрҙәргә еткеререү һәм уның артабанғы үҫеш юлын өйрәнеү маҡсаты менән осрашыуға килгәйне. Ысынлап та, хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған төп һорауҙарҙың береһе – эш хаҡы. Бөтә ғауға ошо уҡ залда бер аҙна элек етәкселәре уртаса эш хаҡы тураһында доклад яһағандан һуң башланды. Яҙма тиҙ арала интернет селтәрҙәрендә таралып, йәмәғәтселектә киң резонанс тыуҙырҙы. Асыҡланыуынса, проблемалар 2017 йылда концессион килешеү буйынса Салауат ҡалаһындағы берҙән-бер балалар табыу йортон шәхси компанияға тапшырғас башланған. Табиптар хеҙмәт хаҡына ризаһыҙлыҡ белдереп, үткән йылдың аҙағынан уҡ хөкүмәткә мөрәжәғәт итә башлаған. Күҙәтеү органдары прокуратура менән берлектә тикшереү үткәргәндән һуң, ысынлап та, етешһеҙлектәр барлығын асыҡлаған. Өҫтәүенә, медицина учреждениеһына ремонт һәм ҡоролмаларҙы яңыртыу талап ителә. Хөкүмәт вәкилдәре Генус компанияһы менән осрашып, өс шарт ҡуйған: эш хаҡын күтәреү, льготалы стажды ҡайтарыу һәм бинала ремонт эштәрен башлау. Ай эсендә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмағас, республика етәксеһе Радий Хәбиров был проблеманы үҙе хәл итте. Һөҙөмтәлә, шәхси компания менән килешеүҙе өҙөргә тигән ҡарар сығарылды. Перинаталь үҙәк Салауаттың үҙәк ҡала дауаханаһы составында үҙ эшен дауам итәсәк. Был ойошманың дәүләт ҡарамағына күсеү процессын иҡтисади һәм юридик яҡтан да тиҙәйтергә тейеш. Салауатта тыуым кимәле Башҡортостан буйынса иң түбәне. Бындай тенденция ҡаланың балалар йортондағы шарттарға туранан-тура бәйле. Өҫтәүенә, медицина учреждениеһы тирәһендә һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән ығы-зығы арҡаһында бында бала табырға теләүселәрҙең һаны тағы ла күпкә кәмегән. Әсәйҙәрҙең бәпесләү йортона ҡайтанан килергә теләктәре булһын өсөн, бында бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Әлегә йөклө ҡатындарҙы эргә-тирәләге дауаханаларға ебәреп торасаҡтар. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, халыҡтың теләге бер – ҡалала балалар табыу йорто һәм профессиональ табиптар булһын. Бөгөн бында яңы ғына тормош башлаған сабыйҙар кеүек бәпесләү йорто ла яңы дәүергә аяҡ баҫа.
Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән?
Тулыраҡ: Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән?