Өфө районы ауылдарында йәшәүселәр сүп-сарҙы әле лә ялан уртаһына түгеүҙе хуп күрә. Урындағы халыҡ быны ауылдарҙа махсус контейнерҙар юҡлығы менән аңлата. Яңы йылдан ингән ҡанун ҡасан ныҡлап эшләй башлар? Өфө районының Шемәк ауылы янында урынлашҡан сүплек әллә ҡайҙан күренеп ята. Тиҫтә йылдар буйына йыйылған сүп-сар яҙ етеү менән тирә яҡҡа оса башлай. Сүплектең законһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, эргә тирәләге ауыл халҡы унда сүп-сар түгеүен әле лә дауам итә. Урындағы хакимиәт башлығы әйтеүенсә, был майҙанды йәнәһе лә йылда таҙартып торалар. Тик унда йыйылған сүп-сар бөтөнләй икенсене раҫлай. Унда йыйылған ҡыйҙы махсус полигонға сығарыу өсөн кәмендә йөҙәрләгән йөк машинаһы кәрәк. Бер-нисә йыл элек барлыҡҡа килгән сүплектең майҙаны кәмендә 2 гектар тәшкил итә. Өфө районы хакимиәте ҡарарына ярашлы быйыл районда законһыҙ барлыҡҡа килгән ошондай 15 сүплекте бөтөрөү ҡарала. Билдәле булыуынса, яңы йылдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Һәр ауылда махсус майҙанда конейнерҙар урынлаштырылырға тейеш. Шулай ҙа Шемәк ауылы халҡы ауыл урамдарына ҡалдыҡ өсөн махсус һауыттар ҡуйылыуына ышанып етмәй. 3 ай үтте, ә контейнерҙар әле лә юҡ, ти улар. Быйыл Башҡортостан биш зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Башҡортостандың экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, Башҡортостан биләмәһендә 14 мең контейнер майҙансығы әҙерләнгән, 25 мең контейнер ҡуйылған. Һәм киләсәктә тағы ла шунсама ҡуйырға планлаштырыла.
Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй?
Тулыраҡ: Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй?