Яңы тормошҡа яңы маҡсаттар менән

Тулыраҡ: Яңы тормошҡа яңы маҡсаттар менән

Сабыйы менән япа-яңғыҙ ҡалып, үҙенә ғаилә эҙләгән ун биш йәшлек ҡыҙҙы Архангель районында йәшәүсе Рамазановтар тәрбиәгә алды. Теүәл бер йыл элек ун биш йәшлек ҡыҙ үҙенә һәм сабыйына яңы ғаилә эҙләп кешеләрҙән ярҙам һорағайны. Ниһайәт, уның күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй-Башҡортостан каналында беҙ 15 йәшлек ҡыҙҙың яҙмышы тураһында сюжет күрһәткәйнек. Ата-әсә ҡаралыуынан мәхрүм ҡалған ҡыҙ, балалар йортонда, һуңынан сит ғаиләлә тәрбиәләнә. Бер аҙҙан яратҡан кешеһенән йөклө булыуын аңлай, әммә егете лә, ғаиләһе лә тыумаған сабыйға ҡаршы була. Үҙенә һәм туғыҙ айлыҡ ҡыҙына ата-әсә эҙләү маҡсаты менән ул ваҡытлыса “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә йәшәй. Йәш ҡыҙҙы тәрбиәгә алыуға Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да киләләр. Әммә Татьяна йыраҡ яҡтарға сығып китергә теләмәй. Дүрт ай элек ул Архангель районында йәшәгән Рамазановтар ғаиләһе менән таныша. Улар үҙҙәренең ике балаһынан тыш, балалар йортонан йәнә 17 сабыйҙы тәрбиәгә алып, башлы-күҙле иткән. Тап был ғаилә ике ҡыҙға терәк-таяныс булырға теләк белдерә лә инде. Был ҡыҙҙы күргәс тә, беҙҙең өсөн яҡын кешегә әйләнде, Татьянаны һәм уның сабыйын аяҡҡа баҫтырыу өсөн беҙ бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, ти Рамазановтар. Татьяна иһә киләсәктә табип булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас та, ул имтихандар тапшырып, оло тормошҡа йәнә бер аҙым яһаясаҡ.