Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған “Һаулыҡ һаҡлау” форумының маҡсаттары үҙгәрешһеҙ. Беренсе нәүбәттә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, иң ҡурҡыныс булған ауырыуҙарҙы дауалау, уларҙы алдан иҫкәртеү. Граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу – милләт һаулығының төп шарты. Башҡортостан етәксеһе Радий хәбиров әйтеүенсә, әле төбәктә “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡараһы эштәр бихисап. Рәсәйҙең 17 субьекты, шулай уҡ сит илдәрҙең иң яҡшы медицина белгестәре Өфөлә һаулыҡ һаҡлау тармағының киләсәген аныҡлай. Маҡсаттарҙың береһе – Башҡортостандың ашығыс ярҙам хеҙмәтен камиллаштырыу. Был өлкәгә бөгөн, мәҫәлән, 120 самаһы махсус машина кәрәк. Автомобилдәр менән тәьмин итеү, табиптарҙы яҡлау һәм башҡа һорауҙар. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ашығыс ярҙам хеҙмәте вәкилдәре менән осрашыуында ошо өлкәләге иң көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләнелде. Өфөләге форум замана медицинаһының бөгөнгө һулышын тойорға ярҙам итә. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау, яман шеште диагностикалау, ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү, стоматология өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштар. Башҡортостандағы “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” ошондай пункттарҙан тора. . Аҙна дауамында барасаҡ осрашыуҙар һәм Рәсәйҙең иң билдәле табиптары сығышы Башҡортостан медицинаһы аҙымдарын ышаныслыраҡ итергә ярҙам, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. Парламентарий һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн беренсе бурыс - йоғошло сирҙәр менән көрәш. Туберкулез һәм енси ауырыуҙар, йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре һәм онкология. Тап ошо ауырыуҙарға ҡаршы көрәш төп бурыстар тип билдәләнә. Бишенсе апрелгә тиклем барасаҡ форумдың тәүге йомғаҡтарын бөгөндән үк атарға ла мөмкин. Төбәк именлеге, тимәк, уның иҡтисади үҫеше тап сәләмәт кешеләргә бәйле. Башҡортостандағы “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы һәм уның сиктәрендә ойошторлған күргәҙмәне ябай сиара тип баһалараға ярамай. Тап Өфөлә, Башҡортостан халҡы сәләмәтлегенең киләсәге аныҡлана.
Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” үтә
Тулыраҡ: Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” үтә