Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Документҡа ярашлы, 135 мең кеше Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәрби бурысын үтәйәсәк. Рәсәй Хөкүмәте, субъекттарҙың башҡарма власть органдары һәм саҡырылыш комиссиялары ил граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә тейеш.
Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Тулыраҡ: Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды