Республика хәрби дан музейы Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан яңы уйын -Лото тәҡдим итә. Музейға килеүселәр бындағы яңы экспонаттар менән танышып ҡына ҡалмай уйын формаһында республикабыҙ тарихы, уның бөтә донъяға билдәле шәхестәре хаҡында мәғлүмәт ала һәм белемдәрен тикшереп ҡарай.Өфөнөң 157-се мәктәбенең кадет классы уҡыусылары бигерәк тә ҡоралдар ятҡан өҫтәл янында йәнләнеп китте. Сөнки, ғәҙәттәге экскурсияларҙан айырмалы рәүештә бөгөн улар экспонаттарҙы тотоп ҡарап, хәрби кейемдә үҙҙәрен һалдат рәүешендә тоя алды.Ошондай интерактив экскурсияларҙы Республика Хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре йыш үткәрә. Яҙғы каникулдар мәлендә мәктәп балаларына «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» программаһы тәҡдим ителде. Программа сиктәрендә улар үҙҙәрен төрлө ролдә һынап ҡараны. Кемдер табип, кемдер яралы һалдат, хатта өсмөйөшлө һалдат хаттарын эшләү буйынса мастер-класс үтте. Уҡыусылар барыһын да балаларса күңелле һәм шаярып башҡарҙы. Әммә күңелдәрендәге тойғолар тәрән һәм етди. Программа аҙағында уҡыусыларға Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән яңы уйын -лото тәҡдим ителде. Уйын-лото ҡатмарлы, әммә бик тә ҡыҙыҡ тип билдәләне 5-се класс уҡыусылары. Тимәк, сара музейға бөтөн ғаилә менән килеп ял көнөн файҙалы һәм мауҡтырғыс итеп үткәрергә, ижади һәләттәрҙе асырға мөмкинлек бирә.
Республика хәрби дан музейы Лото тәҡдим итә
Тулыраҡ: Республика хәрби дан музейы Лото тәҡдим итә