Өфөлә Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан йәйәнәү уҡ атыу буйынса балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Уғатар” республика турниры үтте. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған ярышҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу йәш мәргән йыйылды. Бәйгенең төп шарты – һәр ҡатнашыусы мотлаҡ башҡорт милли кейемендә булырға тейеш. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Илдар ... был турнирҙа 3-сө тапҡыр ҡатнаша. Йәйәнән уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныу бынан бер-нисә йыл элек барлыҡҡа килде, ти йәш мәргән. Хатта үҙе өсөн махсус йәйә лә эшләткән. Турнир 8 йәштән 13 йәшкәсә һәм 14 йәштән 17 йәштәгесә үҫмерҙәр араһында үтте. Кереш тартып, уҡ атыр өсөн күп белем кәрәкмәй, тигән фекер менән йәш мәргәндәр килешмәй. Теләк һәм батырлыҡ менән көс, таҫыллыҡ та кәрәк, ти улар. Бәйгенең төп шарттарының береһе — һәр ҡатнашыусы мотлаҡ башҡорт милли кейемендә булырға тейеш. Ата-әсәләр әйтеүенсә, бындай шарттар балаларҙы тарихҡа яңы ҡараш менән бергә үткәндәргә әйләнеп ҡайтырға, риүәйәттәрҙә һөйләнгән башҡорт уҡсыларының маһирлығын киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итә. Беренсе турнирҙа 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашһа, быйыл иһә 120-нән ашыу йәш мәргән турнирҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уҡ атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны көндән-көн арта. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 8-13 йәшлектәр араһында егеттәрҙән 1-се урынды Ильяс Ғайсаров, ҡыҙҙарҙан Карина Дәүләтова яуаланы. 14-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында Динислам Сәйфуллин һәм Камилла Әхмәтова 1-се урынға лайыҡ булдылар.
Мәргәндәр Өфөгә йыйылды
Тулыраҡ: Мәргәндәр Өфөгә йыйылды