Мәғариф министры асыҡ дәрес үткәрҙе

Тулыраҡ: Мәғариф министры асыҡ дәрес үткәрҙе

Мәғариф министры Айбулат Хажин Өфөнөң өсөнсө гимназияһында асыҡ дәрес үткәрҙе. 8-се класс уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап таба алды.Һигеҙенсе класта уҡыһалар ҙа балалар әленән үк дәүләт имтихандары менән ҡыҙыҡһына. Айбулат Хажин әйтеүенсә, психологик әҙерлек, интеллектуаль әҙерлеккә ҡарағанда ла мөһимерәк. Шуға ла был тәү сиратта уҡытыусылар өсөн һынау. Имтиханға әҙерләү эшен сығарылыш класында ғына түгел, ә алдан уҡ хәстәрләй башлау зарур. Балалар уны мотлаҡ була торған сара итеп кенә ҡабул итә белергә тейеш. Һигеҙенсе класта уҡыусы Артур Мөлөков киләсәктә үҙен архитектор итеп күрә. Һайлаған һөнәренә эйә булыу өсөн ниндәй фәндән Берҙәм дәүләт имтиханын биререн әленән үк билдәләп ҡуйған. Балаларҙан да бигерәк имтихандарҙан ата-әсәләр ҡурҡа. Шуға ла гимназия ата-әсәләр өсөн дә берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынау ойошторған. Бындай сара уларға сығарылыш класында уҡыусы ул һәм ҡыҙҙарын нығыраҡ аңларға, ваҡытында дөрөҫ ярҙам күрһәтергә ярҙам, итә ти уҡытыусылар. Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусыларға Рәсәйҙең теләһе ҡайһы уҡыу йортона инеү мөмкинлеген бирә. Быйыл 11-се класты 18 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Мәғариф министры билдәләүенсә, уларҙың һәр өсөнсөһө республиканан ситкә китеп һөнәр үҙләштерә...