Белем биреүгә арналған тәүге форумда Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров башланғыс һәм урта кластарҙы ошондай тәртипкә күсерергә тәҡдим иткәйне. Ә 1-се сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә яңы график буйынса белем бирә башлаясаҡтар. Яңылыҡты уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатланып ҡабул итте. Милена Манапова робот эшләү серҙәрен өйрәнә һәм ҡушылған эштәрҙе класта иң беренсе атҡарып сыға. Киләсәктә ул программалаусы булырға хыяллана. Әммә, алты көн уҡыған саҡта, яратҡан факультативҡа ваҡыт аҙ ҡала. Хәҙер, 5-се класс уҡыусыһы шәмбе роботтар йыйыу менән шөғөлләнәсәк.Нөрлө ауылында 5 көнлөк уҡыуға күсеү тураһында хәбәрҙе уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа шатланып ҡабул иткән. Хәҙер уларҙың өҫтәмә – 32 ял көнө барлыҡҡа килде.Әммә, шәмбе ял ғына булмаясаҡ. Был көндә уҡыусыларға камиллашырға мөмкинлек бирелә. Мәктәптәрҙә айына бер тапҡыр ярыштар уҙғарыла һәм түңәрәктәр эшләйәсәк. Мәҫәлән, Нөрлө ауылында волейбол, баскетбол һәм софтбол буйынса күнекмәләр ойошторола. Балалар район һәм республика кимәлендәге ярыштарға әҙерләнә ала. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың уҡыу йөкләмәһе артмаясаҡ. Уҡытыусылар әйтеүенсә, көнөнә күбендә бер дәрес кенә өҫтәлә.Өфөнөң 115-се гимназияһында ике сменала уҡыталар. Бында дәрес теҙмәһе төҙөгәндә ауырыраҡ булған, ләкин, балалар алты дәрестән артыҡ уҡымай.Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, биш көнлөк уҡыуға күсеүҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡтары кәмемәйәсәк.1-се сентябрҙән бөтә мәктәптәр ҙә яңыса уҡыта башлай. Белгестәр әйтеүенсә, норма буйынса уҡыу йөкләмәһен аҙнаһына 3 сәғәткә кәметеп буласаҡ. Уҡыусыларҙың ялын ойоштороу һәм буш ваҡытын файҙалы итеү ҙә мөһим. Тик, программа төҙөгәндә уҡытыу сифаты зыян күрергә тейеш түгел, ти уҡытыусылар.
Республика мәктәптәренең 60 проценты 5 көнлөк уҡыуға күсте
Тулыраҡ: Республика мәктәптәренең 60 проценты 5 көнлөк уҡыуға күсте