Пенсионерҙарға социаль пенсиялар 2 процентҡа артты

Тулыраҡ: Пенсионерҙарға социаль пенсиялар 2 процентҡа артты

Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандарҙың дәүләт пенсиялары, шулай уҡ социаль пенсияларҙың үҫеүенә бәйле булған башҡа түләүҙәр артты.Бынан тыш, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, өс дәрәжәле Дан ордены һәм беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме лә индексацияланды. Республиканың 101 мең пенсионеры, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер арттырылған пенсия аласаҡ.