Өфөнөң Совет урамында урынлашҡан 32-се йортта йәшәүселәр йылдар дауамында ғәҙеллек талап итә. Йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған ике ҡатлы йорттан халыҡты һаман икенсе урынға күсермәйҙәр. Йорт ҡапыл ауып төшмәһен өсөн, ир-аттар үҙ көстәре менән нигеҙҙе нығытырға мәжбүр. Бала сағынан һуғыш михнәттәрен күреп үҫкән 86 йәшлек пенсионер Анастасия Буйлова емерелергә торған ике ҡатлы йортта йәшәүен күҙ йәштәре аша һөйләй. Бүлмәләге стеналар, түбә таҡталары күҙгә күренеп аҡтарылып төшә, тип зарлана ул.Совет урамында урынлашҡан 32–се йортҡа 1917-се йылда нигеҙ һалынған. Әле бында бөтәһе 10 ғаилә йәшәй. Диуарҙарҙың урынынан күҙгә күренеп шылыуын ололар ҙа, йәш ғаиләләр ҙә күҙәтә. Халыҡҡа бигерәк тә ҡышҡыһын ауырға тура килә. Иҙәндәге һәм стеналағы ярыҡтар аша һыуыҡ үтәнән-үтә инә. Өҫтәүенә, йорт шыуыу сәбәпле, электр сымдары ла зыян күрә. Көтмәгәндә янғын сығып китеүе лә ихтимал, тип ҡурҡа халыҡ. Үҙҙәренең ғүмерҙәрен шомға һалып йәшәүселәр прокуратураға, район хакимиәтенә лә ярҙам һорап ғариза яҙа. Әммә боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Нигеҙҙән генә йорттоң емерелергә тороуына тулыһынса инанырға мөмкин. Бер ҡайҙан да ярҙам булмағас, иҙән аҫтын ир-аттар үҙ ҡулдары менән ремонтлай.Был кирбестәрҙең көн һайын түгел, ә сәғәт һайын бер-бер артлы емерелеп төшөүен урындағы халыҡ һәр ваҡыт ишетә. Мәҫәлән, был урында кирбестәр емерелеп бөткән, ә бында иһә стенаның бер яғы артҡа, ә икенсеһе алға табан шылған. Ике ҡатлы йортта йәшәүселәр үҙҙәеренең ғүмерҙәре өсөн ҡурҡып йәшәргә мәжбүр.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сайты мәғлүмәте буйынса Совет урамындағы ике ҡатлы йорт 2008 йылда уҡ йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған. Әммә Киров районы хакимиәтендә бындай документ бөтөнләй юҡ.Программа буйынса, халыҡты емерелергә торған йорттан ваҡытлыса икенсе урынға күсерәләр. Был программа 2024 йылға тиклем ғәмәлдә була. Әммә һәр минуты өсөн ҡурҡып йәшәгән халыҡ тағы биш йыл көтә алмай. Улар йәнә прокуратураға ғариза яҙырға йыйына.
Ғәҙеллек талап итеү мөҙҙәте үтте
Тулыраҡ: Ғәҙеллек талап итеү мөҙҙәте үтте