Башҡортостанда ҡулдан ҡойолған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы күләмле операция дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡулдан ҡойолған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы күләмле операция дауам итә

Полиция хеҙмәткәрҙәре сираттағы рейд ваҡытында Кушнаренко районында йәшәүсе ирҙең йортононан 1 мең 700 литр алкоголь алып сыҡҡан. Тәртип һаҡсылары рейд ваҡытында руль артында 60 йәшлек ир ултырған автомобилде туҡтата. Машинаның багажнигында улар биш литрлыҡ пластик шешәләрҙә спирты эсемлек таба. Артабан иҡтисади енәйәтселек менән көрәшеүселәр водителдең өйөнә бара һәм унда тағы ла ошондай 300 баллон маркаһыҙ араҡыға юлыға. Тартып алынған продукцияны полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереүгә ебәргән. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир кешегә 3 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф янай.