Опека органдары ҡайҙа ҡараған?

Тулыраҡ: Опека органдары ҡайҙа ҡараған?

Үҙенең балаларын төрлө язалар менән ғазаплаған сектант ҡатын тураһындағы ваҡиғаны дауам итеп. Был юлы республика прокуратураһы сектант әсәгә балаларҙы тәрбиәгә бирергә рөхсәт иткән опека органдары эшен тикшерәсәк. Көтөп алынған ял. 5 йыл дауамында үҙ әсәләре тарафынан төрлө ғазаптарға тарттырылған был балаларға ял бигерәк тә файҙалы. Әле Влада менән Багир атайҙары менән диңгеҙҙә. Ә Өфөлә әсәйҙәре Элина Сомоваға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әсәһенең аяуһыҙ ҡаты тәрбиә алымын иҫкә алғанда, Багир йәштәрен тыя алмай. Ҡатын балаларының башын диуарға бәрә-бәрә мәғәнәһеҙ, ялбарыу йә ант формаһындағы шиғырҙарҙы ятларға мәжбүр итә. Әрем төнәтмәһе эсереп, һөлөк менән дауалай. Шулай уҡ ҡыҙы менән малайын радасттар осрашыуына, йәғни «Радастея» деструктив табыныу ойошмаһына йөрөтә. Унда балаларға аңлашылмаған төрлө сәйер ритуалдар башҡарылған, шул иҫәптә нудизм йүнәлеше лә пропагандалана. 2016 йылда Элина Сомова тәрбиәгә тағы ла ике бала ала. Ғаиләгә Олег менән Сергей ҡушылғас уның холҡондағы аяуһыҙлыҡ артты ғына, тип һөйләй балалар. Әммә, ҡатын үҙенең шәфҡәтһеҙ һәм ҡаты бәғерле булыуын танымай. Тоталитар сектала тороуын да инҡар итә. Тренер әйтеүенсә, спорт мәктәбендә бындай йәрәхәттәр алыу мәмкин түгел. Маңлайындағы күктәр – әсәһенең эше икәнен дә малай йәшермәй. Нишләп был күренешкә мәктәптә лә, опека органдары ла иғтибар итмәгән- был һорауға яуапты хәҙер тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Влада һәм Багирҙың әйтеүенсә, әсәйҙәренең туҡмауы хаҡында улар күптән уҡытыусыларға әйтә килгән. Әммә уларҙың һүҙен ишетеүсе һәм һуғылған эҙҙәргә иғтибар итеүсе булмаған. Ошо ваҡытта, ғинуар айында уҡ махсус консилиум йыйыла һәм 4 баланың яҙмышы хәл ителә.Һөҙөмтәлә Влада менән Багир үҙ аталары менән ҡала. Ә әсәй кешене ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Әле тәфтишселәр Элина Сомоваға ҡарата енәйәт эшен тикшерә. Әгәр ҡатындың ғәйебе асыҡланһа, уға 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.