Бәләбәй ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре бер-нисә кешене уттан ҡотҡара. Март аҙағында ҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә янғын сыға. Фажиғә урынына яҡын ғына патруллек иткән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар килгәнсе, халыҡты хәүефһеҙ урынға сығара. Хәбәрсе. Был видео яҙманы шаһиттар төшөргән. Бәләбәй ҡалаһының Ленин урамында урынлашҡан өйҙәрҙең береһендә янғын сыға. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр хәүеф аҫтында ҡала. Ҡотҡарыусылар килгәнсе республиканың эске эштәр министрлығының тимер юл полицияһы хеҙмәткәре Сергей Молчанов беренселәрҙән булып фажиғә урынына килеп етә. Подъездың тимер ишеген шаҡарып асып, халыҡты тышҡа сығара башлай. Бер-нисә минуттан фажиғә урынына Бәләбәй полицияһының участка пункты хеҙмәткәрҙәре лә килеп етә. Ул көндө беҙ насар төш кеүек кенә иҫләйбеҙ. Рациянан янғын тураһында хәбәр алғас та, ярҙамға йүгерҙек, ти улар. Биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирҙарҙың береһендә сыҡҡан янғындың төтөнө бер-нисә минут эсендә бөтә подъезға тарала. 20-гә яҡын кеше хәүеф аҫтында ҡала. Торлаҡһыҙ ҡалған ғаилә әле фатирҙарында төҙөкләндереү эштәрен башларға йыйына. Ҡала халҡы, күрше-тирәләре оло тормош һынауы аҫтында ҡалыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Урындағы күп ҡатлы йортта йәшәүсе фатир хужалары ярҙам күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен белдерә.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Тулыраҡ: Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ