Республика клиник онкология диспансерында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы сиктәрендә беренсе тапҡыр Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн менән осрашыу ойошторолдо. Андрей Каприн Волгы буйы федераль округында яман шешкә ҡаршы презентация үткәрҙе. Клиникала яңы ысул менән башҡарылған операция барышын күҙәтте һәм пациенттар менән аралашты. Рәйес Насретдиновтың дөйөм медицина тикшереүе үткәндә анализдарының насар булыуы асыҡлана. 71 йәшлек иргә 2-се стадиялағы йыуан эсәк яман шеше диагнозы ҡуйыла. Оҙаҡ көттөрмәй операция эшләнә һәм әлеге мәлдә Рәйес Насретдинов үҙен яҡшы тоя.Сир башланған осорҙа асыҡланғанда, операция лапроскопия ысулы менән башҡарыла. Бер-нисә уйым аша махсус медицина ҡорамалдары ярҙамында яман шеш алып ташлана. Республика клиник онкология диспансерында ошондай ысул менән көн дә кәм тигәндә 2 операция эшләнә. Ғөмүмән, клиникала 10 операция бүлмәһе һәм һәр бүлмәлә эндоскопия, шулай уҡ асыҡ операциялар эшләнә. Статистика буйынса, йыуан эсәк шеше өлкән йәштәрҙә йыш барлыҡҡа килә. Шуға ла хәҙер 49 йәштән алып мотлаҡ фиброколоноскопия үткәрелә. Хатта үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгән пациенттар ҙа тикшерелергә тейеш, тигән фекерҙә табиптар.Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Республика клиника онкология диспансеры хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Уның фекеренсә, Башҡортостанда яман шеште тәүге стадияларҙа асыҡлау өҫтөндә ентекле эш алып барыу кәрәк.Әле Башҡортостанда 196 онколог иҫәпләнә, шуларҙың 90 онкодеспансерҙа эшләй. Тағы ла яман шеш буйынса 150 белгес талап ителә. Республика онкология хеҙмәтен ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн 2024 йылға тиклем 3 млд һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Ямаш шешкә ҡаршы көрәш
Тулыраҡ: Ямаш шешкә ҡаршы көрәш