Бөгөн Салауат Юлаев командаһы Авангард менән дүртенсегә көс һынаша

Тулыраҡ: Бөгөн Салауат Юлаев командаһы Авангард менән дүртенсегә көс һынаша

Әлегә серияла Омск хоккейсылары 2-1 иҫәбе менән алда бара. Уҙған осрашыуҙа юлаевсылар 5-1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшкәйне. Белгестәр бөгөн дә Николай Цулыгин дружинаһы көйәрмәндәрҙе ҡыуандырыр, тип фаразлай. Бөгөн Өфө һәм Башҡортостан халҡы хоккей менән йәшәй. Сөнки, юлаевсылар күптән Көнсығыш конференцияһының финалына сыҡҡаны юҡ ине. Миҙгел дауамында команданың уйыны тотороҡһоҙ булды. Әммә, плей-оффта Николай Цулыгин дружинаһы көслө клубтарҙы төшөрөп ҡалдырҙы. Көйәрмәндәрҙең яратҡан командаһына ышанысы тағы ла артты. Быны шығрым тулы Арена раҫлай. Ҡунаҡта ике тапҡыр еңелгәндән һуң, Салауат Юлаев командаһы тренерҙарына уйынды үҙгәртергә кәрәк ине. Көйәрмәндәр тик еңеү талап итте. Хоккейсылар уларҙың ышанысын аҡланы һәм беренсе осорҙа уҡ Авангард ҡапҡаһына өс шайба индерҙе. Әйткәндәй, Артем Сергеев плей-оффта беренсе тапҡыр һөҙөмтә килтерҙе. Икенсе осорҙа ҡунаҡтар күпселектә уйнағанда беҙгә бер шайба индерә алды. Әйткәндәй, Авангард плей-оффта дәғүәселәренең хаталарын иң яҡшы файҙаланыусы булып танылды. Ә бына майҙан хужалары 5 тапҡыр күпселектә уйнаны, тик бер тапҡыр ҙа гол индермәне. Ә бына тигеҙ составта уйнағанда юлаевсылар һөҙөмтәгә иреште. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтарҙың тренерҙар штабы ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы хоккейсыға алмаштырҙы. Һөҙөмтәлә, Максим Майоров буш ҡапҡаға индерҙе. Күп тә үтмәй Петр Хохряков Омск уйынсыларының хатаһы менән файҙаланды. Иҫәп 5-1.Был еңеү Өфө хоккейсыларына ышаныс килтерҙе. Өйҙә уйнау һәм көйәрмәндәрҙең алға ҡыуыуы ныҡ ярҙам итте. Әммә, дүртенсе осрашыу еңелдән булмаясаҡ.Бөгөн Өфө-Аренала командалар дүртенсегә көс һынаша. Матч киске сәғәт етелә башлана. Белгестәр был осрашыуҙа юлаевсылар лидер булып һанала, тип белдерә. Әйткәндәй, уйынға билеттәр күптән һатылып бөткән.