Республикала «Трактор-2015» операцияһы үткәрелә

Тулыраҡ: Республикала «Трактор-2015» операцияһы үткәрелә

Операция барышында ҡала һәм райондар буйлап рейдтар ойошторола. Шуларҙың береһендә хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ла ҡатнашты.Илвир Солтанов ун бер йыл тракторсы булып эшләй. Техник күҙәтеүҙе ул йылына бер тапҡыр түгел, ә көн һайын үткәреү мотлаҡ тип һанай.Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы “Трактор” операцияһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә ойоштора. Рейд ваҡытында техник яҡтан төҙөк булмаған, кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырыусы үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлау – төп маҡсаттарҙың береһе. «Ҡорос аттарының» һәр ваҡыт төҙөк булыуын күҙәтеп барыусылар менән бер рәттән техникаларын йүнләп ҡарамаған, оҙаҡ йылдар тикшереү үтмәгән битараф хужалар ҙа байтаҡ. Бер аҙна эсендә республикала 300 ашыу ҡағиҙә боҙоу теркәлгән.Был тракторҙың страховка ҡағыҙы бар, техосмотр үткән, документтары тәртиптә, приборҙары ла дөрөҫ күрһәтә, Инспекторҙар руль люфтын да тикшерергә онотмай.Тәбиғәтте һаҡлауға ла Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Мотлаҡ рәүештә трактор торбаһынан һауаға сыҡҡан ҡором күләме билдәләнә. Райондарҙа ураҡтың, ҡалаларҙа төҙөлөштөң иң ҡыҙған мәле. Һалҡын көҙгә аяҡ баҫҡанда һәр кем эштәрен тамамларға ашыға. Көтөлмәгән авария осраҡтарының килеп сығыуы, әлбиттә, эш барышын һүрелдерәсәк. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика халҡын техникаға ҡарата иғтибарлы булырға, уларҙың төҙөклөгөн күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡыра.