Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Тулыраҡ: Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Республикала геморрагик биҙгәк менә ауырыусылар арта. Ярты йыл эсендә 40 районда һәм 9 ҡалала сысҡан ауырын йоҡтороуҙың 728 осрағы теркәлгән. Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына мөрәжәғәт иткән сирлеләрҙең ауырыуҙы эләктереү тарихы оҡшаш. Улар ял көндәрен йылға буйҙарында, урманда, һунарҙа, йә иһә баҡсала үткәргән. Дауаханала сысҡан биҙгәген диагностикалаусы 3 бүлек бар. Әлеге көнгә һәр ҡайһыһында 40 сирле дауалана. Бөйөр синдромлы гемаррагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Сирҙең төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноу, йүткереү, тамаҡ шешеүе күҙәтелә, ти табиптар. Сысҡан биҙгәгенең ҡотороуы тәбиғәт шарттары менән бәйле. Ҡыштың йылы килеүе, ҡарҙың аҙлығы, яҙғы осорҙа йылға-күлдәрҙең ташып аҡмауы ла сирҙең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Биҙгәк ғәҙәттә Республиканың көнбөйыш райондарында, Өфө, Благовещен, Нуриман, Туймазы, Баҡалы районыдарында күпләп теркәлә. Ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарға дусар Урал аръяғы райондарында сир һирәк осрай, тип белдерә Роспотребнадзор хеҙмәте. Гемаррагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртергә мөмкин. Ә бер тапҡыр был сиргә юлыҡҡан кеше ҡабаттан ауырымаясаҡ, ти табиптар. Уның организмында ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә.Шулай ҙа башҡа өлкәләрҙәге ошо уҡ сир башҡасараҡ булыуы мөмкин. Был осраҡта сир сысҡан биҙгәге менән ауырыған кеше өсөн дә хәүеф менән янай. Рәсәйҙең Һарытау өлкәһендә һәм Удмуртия республикаһында хәлдәр күпкә ауырыраҡ. Ә октябрь айында Удмурт республикаһы тағы ла геморрагик лихорадка буйынса рекорд ҡуйыуы ихтимал, ти белгестәр. Башҡортостан табиптары ла сентябрь, октябрь айҙары хәүефле осор тип иҫәпләй. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай. Ә баҡсала , баҡса йорттарында эшләгәндә һаҡлыҡ сараларын үтәү мөһим.