Сергиев зыяраты янында йәшәүселәр яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүгә борсолоу белдерә

Тулыраҡ: Сергиев зыяраты янында йәшәүселәр яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүгә борсолоу белдерә

70-се йылдар башында уҡ ябылған Сергиев зыяраты янында йәшәүселәр бында яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүгә борсолоу белдерә һәм ошо мәсьәләгә ҡала хакимиәттәренең иғтибарын талап итә. Өфө ҡалаһындағы Сергиевск зыяратының әллә ҡасандан уҡ ябыҡ икәне билдәле. Тик урындағы халыҡ бында һаман ерләүҙәре хаҡында әйтә. Ысынлап та был ҡәбер ике аҙна элек кенә барлыҡҡа килгән.Был зыярат күптән инде ябылған һәм унда ерләргә ярамай. Шуға ҡарамҫтан, әленән-әле яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүенә эргәләге йорттарҙа йәшәүселәр борсолоу белдерә. Баҡыйлыҡта яҡындары эргәһендә булырға теләүселәр, әлбиттә, күп. Шундайҙарҙың береһе-Анна Павловна. Ул үҙенең атаһын әсәһе янына ерләргә хакимиәт ризалыҡ бирмәгәненә көйөнә. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙер инде ҡаланың уртаһында ҡалған зыяратта кеше ерләү ҡәтғи тыйыла. Сөнки зыярат һыуҙарының ҡойоларға эләгеүе бик тә ихтимал. Шуға ла үҫтергән емеш-еләктәрҙе ашарға, ҡойонан һыу эсергә ҡурҡабыҙ, ти ябыҡ зыярат эргәһендә йәшәүселәр.Яңы ҡәберҙәрҙең ҡайҙан барлыҡҡа килеүе, ерләүгә кем рөхсәт биреүе, ерҙең кем тарафынан һатылыуы ла билдәһеҙ. Бөтә санитар ҡағиҙәләрҙе ҡырыҫ боҙған был күренеш бер һүҙһеҙ ихтибар талап итә.Зыярат эргәһендә йәшәгәндәр тынысланырға уйламай һәм яҡын-арала был мәсьәлә хәл ителер, һорауҙарға яуап табылыр, тип ышана.