Ошо турала баш ҡалала үткән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған сәғәттә әйтелде.Бынан тыш, медицина учреждениеһында яңы ҡабул итеү бүлеге асыласаҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 900 миллион һум аҡса талап ителә. Уның бер өлөшөн республика бүлә һәм проектлау өсөн йүнәлтә. Ҡалғанын Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡаплай. Өфөлә ошондай өс бүлек төҙөү ҡарала. Шулай уҡ, юғары технологиялы операциялар уҙғарыу өсөн дауахананы ҡиммәтле медицина ҡорамалдары менән тәьмин итәсәктәр.Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡа мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Мәҫәлән, Нефтекама дауаханаларының береһендә флюорография уҙғарыу өсөн аппарат юҡ. Ә Үрге Ҡыйғыла – һыу таҙартыу өсөн ҡоролмалар төҙөлмәгән. Радий Хәбиров медицина белгестәре менән осрашты. Ашығыс ярҙам хеҙмәте табиптары пациенттарҙан яҡлаусы закон ҡабул итеүҙе үтенде. Ә ашығыс ярҙам машинаһы водителдәренә гранттар булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр ҙә бар. Табиптар етешмәү күрһәткесе һуңғы өс йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа кәмегән.
Өфөнөң 21-се дауаханаһы биләмәһендә вертолеттар төшөү өсөн майҙансыҡ төҙөләсәк
Тулыраҡ: Өфөнөң 21-се дауаханаһы биләмәһендә вертолеттар төшөү өсөн майҙансыҡ төҙөләсәк