Республика етәксеһе спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы

Тулыраҡ: Республика етәксеһе спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитеттар, башҡа ведомстволар һәм ойошмалар һәр береһе айырым эш алып бара ине. Иң мөһиме — халыҡ үҙе урында халыҡты ағыулаусыларға юҡ, тип әйтергә тейеш. Республикала әле сходтар бара, улар үлем менән һатыу итеүселәрҙең адресын асыҡтан – асыҡ әйтә, ауылдарҙы уларҙан таҙартыуҙы талап итә. Бер ай элек Борайҙа республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда Радий Фәрит улы сходтар үткәрергә тәҡдим иткәйне. Әле Башҡортостанда барған сходтарҙың төп темаһы спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә ҡайтып ҡала.