Ҡар һыуҙары ихаталарҙы баҫа башланы

Тулыраҡ: Ҡар һыуҙары ихаталарҙы баҫа башланы

Беренсе ошондай осраҡ Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында теркәлде. Сухайлы урамын өлөшләтә ирегән ҡар һыуы баҫҡан, шулай уҡ ике йорт һыу эсендә ҡалған. Тәрәнлеге сама менән 15 сантиметр тирәһе. Ваҡиға урынында белгестәр эшләй. Халыҡтың бер ниндәй ҙә үтенесе юҡ. Һуңғы арала ҡар һыуҙары тартыла башлаған.