Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәр штраф түләйәсәк. Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай комитеты ултырышында ғәмәлгә инәсәк законға төҙәтмәләр индерелде. Газондар һәм йәшелләндерелгән биләмәләрҙең аныҡ төшөнсәләрен, муниципалитеттарҙың газондарҙы тәртипкә килтереү яуаплылығы мәсьәләләре ҡаралды. Бынан тыш, штраф күләме лә билдәләнде. Физик шәхестәр бер меңдән ике мең һум, ә икенсе тапҡырға ҡағиҙә боҙоусылар өс меңдән дүрт мең һум, юридик шәхестәр егерме меңдән утыҙ мең һумға тиклем штраф түләйәсәк. Был закон проекты 9 апрелдә үтәсәк ултырышта ҡабул ителер тип көтөлә.
Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәр штраф түләйәсәк
Тулыраҡ: Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәр штраф түләйәсәк