Мохтаж булмаған мохтаждар

Тулыраҡ: Мохтаж булмаған мохтаждар

Бүздәк ауылы хакимиәтенең элекке башлығы һәм уның урынбаҫары социаль торлаҡ менән мутлашҡан. Әлеге ваҡытта суд уларҙың икеһен дә ғәйепле тип танып, шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән. Артабан прокуратура элекке хакимиәт башлығы Ғилфановтан килтергән зыян күләмен түләтергә йыйына. Аҡсалата зыяндан тыш, был элекке чиновниктарҙың ҡылыҡтары арҡаһында ябай кешеләр зыян күрә. Социаль торлаҡ алырға сиратта торғандар авария хәлендәге йортта йәшәргә мәжбүр. Елгә һелкенеп ултырған йорт, әйтерһең дә кәрттән йыйылған. Ысынында, таҡта һәм ДВП-нан ғына төҙөлгән бина ныҡ таушалған. Тыштан кирбес менә уратылған диуарҙар ҙа ишелә башлаған.Емерелеү хәүефе янаһа ла, барыр ере булмағас, 13 ғаилә ошонда көн итә. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ремонт эшләп, түбәлә барлыҡҡа килгән тишек-тошоҡтарҙы ямап, авария хәлендәге йортто йәшәүгә яраҡлаштырып торалар.Бында кисергән ауырлыҡтарҙы Мөнирә Хәкимуллина күҙ йәштәре аша һөйләй. Ул ҡыҙын юғалтҡан, хәҙер инде ейәнсәре менән дә айырым торорға мәжбүр.Ә был йәш әсәнең күсеп китергә мөмкинлеге юҡ. Ямғыр ҙа, ел дә үтәнән-үткән бүлмәлә ауырымаһын өсөн сабыйын йылы кейендереп, юрғанға төрөп йөрөтә. Электр йылытҡысһыҙ бөтөнләй йәшәп булмай, ти ул. Күршеләрендә лә шул уҡ хәл күҙәтелә. Комсомол урамындағы 3-сө йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә. Гөлнара Шакирова тәүге тапҡыр яҡынса ун йыл элек ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә лә, сиратта тороуын дауам итә. Әммә исемлектә унан һуң торған, элекке ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Солтанов сираттан тыш торлаҡ менән тәьмин ителгән.Ысынлап та, урындағы прокуратура Бүздәк ауылы хакимиәте башлығы Ғилфанов һәм уның урынбаҫары Солтановтың социаль торлаҡ менән мутлашыуҙарын асыҡлаған. Солтанов бер юлы торлаҡ комиссияһы рәйесе булараҡ, законһыҙ рәүештә үҙенә лә бушлай фатир алып ҡалған. Бүлмәне бушатҡанда Илшат Солтанов бөтә сантехниканы, хатта торбаларҙы ла үҙе менән алып сығып киткән. Бүздәктең Салауат урамындағы хатта ошо 72 квадрат метрлыҡ йорт та Солтановтарҙың милке. Әммә мохтаждар исемлегенә баҫыр алдынан ул уны ҡәйнәһенең исеменә яҙҙырған. Ошо йорт һәм бушлай алынған бүлмәнән тыш, Солтанов тағы ла бер фатир һатып ала. Әммә торлаҡҡа мохтаждар иҫәбендә тороуҙы дауам иткән. Тик суд ҡарары менән генә уны был исемлектән алғандар. Нимә уны был енәйәткә этәргәнен үҙенән һорарға теләһәк тә, килеп сыҡманы. Ул Себер тарафтарына эшкә киткән, телефон аша бәйләнешкә ингәс, аныҡ яуап ҡайтарманы. Шулай уҡ, прокуратура был элекке чиновниктарҙың тағы ла бер мутлашыуын асыҡлаған. Ауыл хакимиәтендә бушлай социаль торлаҡ алыуға 30 йыллап сиратта тороусылар булыуына ҡарамаҫтан, 3 фатир һәм бер йортто мохтаж тип танылмаған бөтөнләй икенсе кешеләргә биргәндәр. Уны, башлыса, урындағы предприятиеларҙың еткәселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә алырға ярҙам иткән.Элекке ауыл хакимиәте башлығы Ғилфанов вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеп, 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Әле прокуратура хеҙмәткәрҙәре зыян күләмен –ул бушлай биргән фатирҙарҙың хаҡын — 1 миллион 400 мең һумды унан түләтеү өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән. Әммә Рүзил Ғилфанов үҙенең ғәйебен танымай һәм был торлаҡтарҙы ул мохтаждарға бирҙем, ти.Ысынында, Комсомол урамындағы баракта йәшәүселәрҙең мөрәжәғәтенә оҙаҡ йылдар буйына иғтибар итмәгәндәр, ти прокуратура хеҙмәткәрҙәре. 2017 йылда, прокуратура тикшереүенән һуң ғына, уны авария хәлендә тип танығандар. Әлеге ваҡытта хакимиәт был йортто авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына индерергә ниәтләй.