Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына бөтә уҡыусылар ҙа һәм мәктәптәр ҙә күсергә тейеш

Тулыраҡ: Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына бөтә уҡыусылар ҙа һәм мәктәптәр ҙә күсергә тейеш

Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәтендә” ошондай күрһәтмә бирҙе. Беренсе тапҡыр уҙғарылған бындай осрашыу тармаҡтағы көнүҙәк проблемаларға арналды. Улар араһында уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу, балалар баҡсаларында урын етмәүе, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү. 1-се апрелдән биш көнлөк уҡыуға күсеүгә айырым иғтибар бүленде. Мәғариф министры билдәләүенсә, мәктәптәрҙең 60 процентында яңы система буйынса уҡыталар. Әммә, сығарылыш класстар менән ҡатмарлыҡтар тыуа. Республика етәксеһе барыһы өсөн дә шәмбе ял булырға тейеш, тине. Осрашыуҙа сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика ниһайәт һынауҙы ойоштороу һөҙөмтәлелеге буйынса ышаныс зонаһына ингән. Мәғариф министры билдәләүенсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы биреү пункттарының барыһы ла күҙәтеү камералары менән тәьмин ителә. Әйткәндәй, уҡыусыларҙың аттестацияһын күҙәтергә 300 кеше теләк белдергән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 6 тапҡырға күберәк.