Телде һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм уҡытыу мәсьәләре буйынса фекер алышыу өсөн Башҡортстандан тыш, башҡорт теле уҡытылған төбәктәрҙән, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Татарстандан вәкилдәр һәм милли төбәктәрҙән Саха-Яҡут, Бүрәт, Алтай республикаларынан, төнъяҡ кавказдан делегациялар килә. Был турала матбуғат конференцияһы барышында Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. Съезд сиктәрендә башҡорт телен, милли телдәрҙе мәктәптәрҙә уҡытыу, ғаиләлә телде һаҡлап ҡалыу, тыуған телде интерактив өйрәнеү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Әйткәндәй. Сара сиктәрендә башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта презентацияһы ла үтәсәк. Съезд һөҙөмтәләре буйынса телебеҙҙе үҫтереү көонцепцияһы ҡабул ителергә тейеш.
Өфөлә Бөтөн Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезды үтәсәк
Тулыраҡ: Өфөлә Бөтөн Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезды үтәсәк